Тим Талер, йәки Һатылғанкөлөү
книга

Тим Талер, йәки Һатылғанкөлөү = Тим Талер, или проданный смех

Здесь можно купить книгу "Тим Талер, йәки Һатылғанкөлөү = Тим Талер, или проданный смех" в печатном или электронном виде. Также, Вы можете прочесть аннотацию, цитаты и содержание, ознакомиться и оставить отзывы (комментарии) об этой книге.

Автор: Джеймс Крюс

Форматы: EPUB, FB2, MOBI, PDF

Серия: Әҙәби хазина

Издательство: ИНЕШ

Год: 2019

Место издания: Уфа

ISBN: 978-5-6041457-7-7. - ISBN 978-5-6041456-7-8 (С)

Страниц: 216

Артикул: 93175

Возрастная маркировка: 16+

Электронная книга
200

Содержание книги "Тим Талер, йәки Һатылғанкөлөү "


Беренсе китап. ЮҒАЛҒАН КӨЛӨҮ
Икенсе китап. ҒӘРӘСӘТ ҺӘМ ҺИЛЛЕК
Өсөнсө китап. ЛАБИРИНТ
Дүртенсе китап. ҠАБАТ ҠАЙТАРЫЛҒАН КӨЛӨҮ
Автор тураһынд

Все отзывы о книге Тим Талер, йәки Һатылғанкөлөү

Чтобы оставить отзыв, зарегистрируйтесь или войдите

Отрывок из книги Тим Талер, йәки Һатылғанкөлөү

30Бишенсе бит ҺОРАУ АЛЫУ Ипподром ҡапҡаһынан сығыу менән, Тим алан-йолан ҡаранды ла, ипләп кенә кеҫәһен ҡапшаны: отҡан аҡсалар ундамы әле? Ҡа-ғыҙ аҡсаларҙың ҡыштырҙағанын ишеткәс, йөрәге дарҫлап тибә башланы. Ул — Тим Талер — хәҙер бай кеше! Ниһайәт, атаһының ҡәберенә мәрмәр таҡтаташ һалырға, фрау Беберға бөтә бурыстар-ҙы түләргә, үгәй әсәй менән Эрвинға берәй бүләк һатып алырға ҡулынан килә. Ә бик теләһә инде, хатта үҙенә самокат та алыр. Гудоклы һәм шиналыһын. Бәхетенә иркенләп ләззәтләнер өсөн Тим өйгә йәйәү ҡайтыр ға булды. Юл ыңғайында үгәй әсәйгә берәй бүләк алғыһы килгәйне лә, йәк шәмбе көндө бөтә магазиндар ҙа ял итә икән. Тим кеҫәһен дә ге аҡсаларҙы ныҡ итеп услап тотоп барҙы.Ипподромдан байтаҡ алыҫлашҡайны инде, урамда үҙҙәренең кластарынан өс малайҙы осратты ла гәпләшергә туҡталды. Ма лай-ҙарҙың береһе көтмәгәндә:— Кеҫәңдә нимә ул, Тим? Тәлмәрйенме әллә? — тип һораны.— Паровоз! — тип яуапланы Тим һәм көлөп ебәрергә теләне. Тик ирендәре үҙҙәренән-үҙҙәре еп һымаҡ булып ҡымтылды ла ҡуйҙы.Хәйер, иптәштәре быны абайламаны. Улар Тимдың яуабына шарҡылдашып көлдөләр. Ә береһе:— Ҡайҙа күрһәт әле, ниндәй паровоз ул унда?! — тип ҡысҡырҙы.— Бәлки, уға ултырып Гонолулуға юлланырбыҙ? — тип тәҡдим ит-те икенсеһе. Тим кеҫәһендәге аҡсаларын ҡулы менән нығыраҡ ҡыҫты.— Миңә ҡайта һалырға кәрәк. Хуш булып тороғоҙ! — тип әйтер-гә ашыҡты.Тик малайҙарҙан еңел генә ҡотолоп буламы ни?! Улар Тимдың саҡ ҡына алғараҡ киткәнен көтөп торҙолар ҙа, шыпырт ҡына ар-тынан ҡыуып еттеләр. Береһе ҡапыл ғына терһәгенән эләктереп алды ла кеҫәһендәге ҡулын тартып сығарҙы.Шул саҡ уларҙы шаҡ ҡатырған хәл булды: урам буйлап ҡағыҙ аҡсалар һибелде — егермешәр, иллешәр, хатта йөҙәр марка!Әгәр ҙә малайҙар Тимдың тар тыҡрыҡта йәшәгәнен белмәһә, был, бәлки, шул тиклем ғәжәп тә булмаҫ ине.— Ҡайҙан шул тиклем аҡса алдың? — тип аптырап һораны улар ҙың береһе.

Внимание!
При обнаружении неточностей или ошибок в описании книги "Тим Талер, йәки Һатылғанкөлөү = Тим Талер, или проданный смех (автор Джеймс Крюс)", просим Вас отправить сообщение на почту help@directmedia.ru. Благодарим!